«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы — 2024» регион-ара конкурсы быйыл 29-cы тапҡыр уҙғарыла.

26 ғинуар был конкурсҡа әҙерлек семинары үтте. Сарала муниципаль этапта еңеү яулап, регион-ара кимәлдә үҙ көсөн һынап ҡарарға теләүсе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнашты.

Конкурсты ойоштороусылар бәйгенең үткәрелеү тәртибе, яңылыҡтары, баһалау критерийҙары менән таныштырһа, былтырғы йылдың лауреаттары һәр этап буйынса үҙ тәжрибәләре менән бүлеште, фәһемле кәңәштәрен еткерҙе.

«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2024» регион-ара конкурсы яңы исемдәр асһын, телебеҙҙе яңы бейеклектәргә күтәрһен!