Торжественная церемония закрытия профессиональных конкурсов педагогического мастерства

29.03.2024
28 марта 2024 г. в ГКЗ «Башкортостан» состоялась торжественная церемония закрытия 29-го Межрегионального конкурса «Учитель года башкирского языка и литературы» и 34-го Республиканского конкурса «Учитель года Башкортостана», конкурса «Учитель дистанционного образования», республиканского этапа всероссийского конкурса «Учитель-дефектолог России», третьего Республиканского педагогического марафона СОТЫ. 28 марта 2024 г. произошло уникальное событие для всей педагогической общественности нашей республики. […]

Конкурстың “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы менән пресс конференция” этабы үтте

22.03.2024
Бөгөн конкурстың “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы менән пресс конференция” этабы үтте. Конкурстың был һынауында 14 бәйгесе ҡатнашты. Пресс-конференция сиктәрендә социаль селтәрҙә “Башҡорт теле уҡытыусыһына һорау бир” акцияһы иғлан ителде. Һорауҙарҙың иң сағыу, иң ҡыҙыҡлы тип табылғандары пресс-конференцияла яңғыраны. Һорау биреүселәр араһында Башҡортостан Республикаһының Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Танһыҡҡужина Тамара Михайловнаның; Бөтә […]

II тур тамам

21.03.2024
Конкурс дауам итә. “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2024” регион-ара конкурсында ҡатнашыусылар бөгөн Өфө фән һәм технологиялар университетында оҫталыҡ класы күрһәтте. Сара йәнле, мәғлүмәттәргә бай булды. Конкурстың киләһе турына алдағы этаптарҙа яҡшы һөҙөмтәгә ирешкән 14 конкурсант үтә. Иртәгә үтәсәк “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы менән пресс конференция”ны түбәндәге һылтанма аша ҡарарға була. […]

Оҫталыҡ дәрестәре башланды

20.03.2024
“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2024” регион-ара конкурсында ҡатнашыусылар бөгөн “Оҫталыҡ дәресе” этабында көс һынаша. Жюри ағзалары сығыштың мөһимлеген, методик яҡтан нигеҙләнеүен, үҫтереүсе характерын, һөҙөмтәлелеген һәм тәрбиәүи йүнәлешен баһалай. Конкурсанттар оҫталыҡ дәресен студенттар алдында күрһәтә. 20 март конкурстың был этабы М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла булһа, 21 март Өфө фән һәм технологиялар университетында үтә. […]

Күрше өлкәләрҙән килеүсе уҡытыусыларыбыҙ бәйгегә сыҡты

19.03.2024
«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» бәйгеһен регион-ара кимәлгә күтәреүселәр — күрше өлкәләрҙән килеүсе конкурсанттар. Бөгөн Силәбенән килеүсе уҡытыусылар өсөн конкурс этаптары башланды. Улар жюри алдында «Дәрес», «Уҡыусылар менән әңгәмә» һынауҙарын тотто. «Уҡытыусының педагогик компетенцияһы» этабында башҡорт теле буйынса белемдәрен тикшерҙе. Иртәгә конкурстың «Оҫталыҡ дәресе» этабы башлана.

Конкурстың I туры тамам

07.03.2024
“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” регион-ара конкурсының беренсе туры тамам. Уҡытыусылар “Дәрес” «Уҡыусылар менән әңгәмә», «Уҡытыусының профессиональ компетенцияһын диагностикалау” конкурс этаптарында үҙҙәренең педагогик оҫталығын, ижади һәләтен, тел байлығын, белем даирәһен күрһәтте. Әлбиттә, һәр ярыштың иң көслөләре, һәр бәйгенең еңеүселәре була. Беренсе тур һөҙөмтәләре буйынса киләһе турға 20 конкурсант үтте. Улар араһында 3 уҡытыусы һөнәри […]

Конкурстың асыу тантанаһы үтте

04.03.2024
“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” регион-ара конкурсы быйыл егерме туғыҙынсы тапҡыр үткәрелә. Алдынғы педагогик тәжрибәне таратыу, уҡытыусы һөнәренең дәрәжәһен күтәреү, иң яҡшы уҡытыусыларҙы асыҡлау һәм туған тел уҡытыусыларының абруйын үҫтереү маҡсатында ойошторолған конкурстың географияһы йылдан-йыл киңәйә, ҡатнашыусылар һаны арта. Быйылғы һөнәри бәйгелә барлығы 55 уҡытыусы ҡатнаша. Уларҙың бишәүһе күрше Силәбе, Ҡурған өлкәләре һәм Ханты-Манси […]

Конкурстың тәүге этабы тамам

01.03.2024
«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы — 2024» конкурсының тәүге һөҙөмтәләре билдәле. 5 көн дауамында барған “Дәрес” этабы тамамланды. 4 март конкурстың киләһе этабы — уҡытыусыларҙың предмет һәм методик компетенцияларын асыҡлауға йүнәлтелгән диагностика. Ул М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында үтә. Уҡытыусыларыбыҙға уңыштар теләп ҡалабыҙ!

“Дәрес” этабы дауам итә

29.02.2024
«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы — 2024» конкурсы ҡыҙыу төҫ ала бара. Бөгөн бәйгенең дүртенсе көнө. Таныш булмаған класта асыҡ дәрес күрһәтеү һәм үҙ дәресеңә анализ яһау этабы дауам итә. Уҡытыусылар ижади ҡараш һәм методик белемлелектә көс һынаша. Жюри фекеренсә, төрлө кимәлдәге дәрестәр бар. Шулай ҙа ижади эшләүсе уҡытыусыларҙың күпселекте тәшкил итеүе ҡыуандыра. “Дәрес” этабының иртәгә […]

Конкурс старт алды

26.02.2024
“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2024” регион-ара конкурсы старт алды. Бөгөн Өфө мәктәптәрендә конкурстың иң тәүге һәм яуаплы этаптарының береһе – «Дәрес» һынауы башланды. Конкурс шарттары буйынса уҡытыусылар ят класта, бер нисә көн алдан билдәләнгән тема буйынса дәрес үткәрә һәм уға үҙанализ яһай. Әлбиттә, дәрес үткәреү – уҡытыусының көндәлек хеҙмәте. Шулай ҙа, абруйлы […]

Әҙерлек семинары үтте

30.01.2024
«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы — 2024» регион-ара конкурсы быйыл 29-cы тапҡыр уҙғарыла. 26 ғинуар был конкурсҡа әҙерлек семинары үтте. Сарала муниципаль этапта еңеү яулап, регион-ара кимәлдә үҙ көсөн һынап ҡарарға теләүсе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнашты. Конкурсты ойоштороусылар бәйгенең үткәрелеү тәртибе, яңылыҡтары, баһалау критерийҙары менән таныштырһа, былтырғы йылдың лауреаттары һәр этап буйынса […]