«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы — 2024» конкурсы ҡыҙыу төҫ ала бара. Бөгөн бәйгенең дүртенсе көнө. Таныш булмаған класта асыҡ дәрес күрһәтеү һәм үҙ дәресеңә анализ яһау этабы дауам итә. Уҡытыусылар ижади ҡараш һәм методик белемлелектә көс һынаша.

Жюри фекеренсә, төрлө кимәлдәге дәрестәр бар. Шулай ҙа ижади эшләүсе уҡытыусыларҙың күпселекте тәшкил итеүе ҡыуандыра.

“Дәрес” этабының иртәгә һуңғы көнө.