
“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” регион-ара конкурсы быйыл егерме туғыҙынсы тапҡыр үткәрелә.
Алдынғы педагогик тәжрибәне таратыу, уҡытыусы һөнәренең дәрәжәһен күтәреү, иң яҡшы уҡытыусыларҙы асыҡлау һәм туған тел уҡытыусыларының абруйын үҫтереү маҡсатында ойошторолған конкурстың географияһы йылдан-йыл киңәйә, ҡатнашыусылар һаны арта.
Быйылғы һөнәри бәйгелә барлығы 55 уҡытыусы ҡатнаша. Уларҙың бишәүһе күрше Силәбе, Ҡурған өлкәләре һәм Ханты-Манси автоном округынан булһа, биш уҡытыусы — һөнәри белем биреү ойошмаларынан. Еңеүсе исеменә быйыл 54 ҡатын-ҡыҙ, бер ир-егет дәғүә итә.
Иң күп педагогик стажлы конкурсант – Ҡәләмова Ләлә Фоат ҡыҙы, Краснокама районынан. Уның дөйөм педагогик стажы – 39 йыл.
Ә иң йәш конкурсант — Насырова Зөлхизә Рәил ҡыҙы. Ханты-Манси автоном округының Сорғот ҡалаһынан. Эш стажы 2 йыл.
Конкурсанттарыбыҙға рух ныҡлығы, күңел күтәренкелеге, ярыш сәме теләйбеҙ!
“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2024” регион-ара конкурсы эшлекле фекер алышыуға, ижади асыштарға юл асһын!