“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” регион-ара конкурсының беренсе туры тамам. Уҡытыусылар “Дәрес” «Уҡыусылар менән әңгәмә», «Уҡытыусының профессиональ компетенцияһын диагностикалау” конкурс этаптарында үҙҙәренең педагогик оҫталығын, ижади һәләтен, тел байлығын, белем даирәһен күрһәтте. Әлбиттә, һәр ярыштың иң көслөләре, һәр бәйгенең еңеүселәре була.

Беренсе тур һөҙөмтәләре буйынса киләһе турға 20 конкурсант үтте. Улар араһында 3 уҡытыусы һөнәри белем биреү ойошмаһынан, 3 уҡытыусы йәш педагогтар рәтенә инә.

Конкурсанттарыбыҙ киләһе турҙарҙа ла һынатмаҫ тип ышанабыҙ!