«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» бәйгеһен регион-ара кимәлгә күтәреүселәр — күрше өлкәләрҙән килеүсе конкурсанттар.

Бөгөн Силәбенән килеүсе уҡытыусылар өсөн конкурс этаптары башланды. Улар жюри алдында «Дәрес», «Уҡыусылар менән әңгәмә» һынауҙарын тотто. «Уҡытыусының педагогик компетенцияһы» этабында башҡорт теле буйынса белемдәрен тикшерҙе.

Иртәгә конкурстың «Оҫталыҡ дәресе» этабы башлана.