Бөгөн конкурстың “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы менән пресс конференция” этабы үтте. Конкурстың был һынауында 14 бәйгесе ҡатнашты.

Пресс-конференция сиктәрендә социаль селтәрҙә “Башҡорт теле уҡытыусыһына һорау бир” акцияһы иғлан ителде. Һорауҙарҙың иң сағыу, иң ҡыҙыҡлы тип табылғандары пресс-конференцияла яңғыраны.

Һорау биреүселәр араһында Башҡортостан Республикаһының Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Танһыҡҡужина Тамара Михайловнаның; Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Йосопов Юлдаш Мөхәммәт улының; «Рәсәйҙең иң көслө кешеһе» исемен йөрөтөүсе башҡорт бәһлеүәне, Рәсәй спортсыһы, йәмәғәт эшмәкәре, актер Ниғмәтуллин Эльбрус Хәмит улының булыуы сараға бәҫ өҫтәне. Унан тыш уҡыусыларҙың, студенттарҙың, төрлө һөнәр эйәләренең дә конкурсҡа битараф булмауы ҡыуандырҙы.

Бөгөнгө бәйгенән һуң иң юғары балл йыйыусы ике конкурсант ҡына БР Мәғариф һәм фән министры ҡатнашлығында «Һүҙ уҡытыусыға» конкурс этабында ҡатнаша.

Конкурстың дөйөм һөҙөмтәләре 28 март сараның ябылыу тантанаһында билдәле була.