Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант
Бөгөн, 27 апрель, Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтында башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу ойошторолдо. Тексты Бәхтиева Алһыу Исмәғил ҡыҙы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актрисаһы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы һәм Мурзабаева Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы, медицина фәндәре докторы, профессор, Башҡорт медицина университетының медицина генетикаһы кафедраһы профессоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы […]
