«Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы» республика профессиональ конкурсының «Балалар менән педагогик сара» конкурс этабы дауам итә.

Әлбиттә, бындай саралар, дәрес үткәреү – тәрбиәсенең көндәлек хеҙмәте. Шулай ҙа, абруйлы жюри алдында баҙап ҡалмай, уңышлы сара үткәреү һәр кемгә лә еңел түгел.

Әммә конкурсанттар һынатмаҫ, методик яҡтан дөрөҫ ҡоролған, тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булған, сабыйҙы ҡыҙыҡһындырған, уйландырған, ҡанатландырған саралар үткәрер тип ышанабыҙ.