Бөгөн «Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы» республика профессиональ конкурсының II туры үтте.

15 финалист коллегалары алдында үҙҙәренең алдынғы эш тәжрибәһен, оҫталығын күрһәтте.

Жюри ағзалары сығышты актуаллеге һәм методик яҡтан нигеҙләнеүе, үҫтереүсе характеры һәм һөҙөмтәлелеге, рухи ҡиммәттәр сағылышы һәм тәрбиәүи йүнәлеше һ.б критерийҙар буйынса баһаланы.

Иртәгә конкурстың иң һуңғы туры – “Педагогик дебат”. Был бәйгене бары тик 5 лауреат дауам итә. Педагогтарға уңыштар теләйбеҙ!