26 ғинуар «Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларының йыл педагогы» һәм уның сиктәрендә ойошторолған «Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы» республика профессиональ конкурстарын асыу тантанаһы үтте.

«Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы» республика профессиональ конкурсы быйыл дүртенсе тапҡыр уҙғарыла. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә конкурс яңы йондоҙҙар балҡытты, яңы исемдәр асты.

Үҙ һөнәренең дәрәжәһен күтәреүсе абруйлы конкурста ҡатнашыу — педагогтар өсөн яуаплы ла, тулҡынландырғыс та. Ижади ҡарашлы, методик яҡтан көслө педагогтар араһынан иң-иңдәрҙе билдәләүҙә арҙаҡлы ғалимдарыбыҙ, уҡытыусыларыбыҙ, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм милли мәғариф өлкәһендәге белгестәр ҡатнаша.

Быйыл конкурста республикабыҙҙың 31 район-ҡалаһынан 35 педагог ҡатнаша. Улар араһында тәрбиәселәр, өҫтәмә белем биреү педагогтары, музыкаль етәкселәр, педагог-психологтар бар.

Педагогтарҙың дөйөм эш стажы 564 йыл.

Иң йәш педагог — Ғәзинә Регина Вадим ҡыҙы, Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылы 5-се «Шатлыҡ» балалар тәрбиәсеһе. Эш стажы 3 йыл.

Иң күп стажлы педагог — Абдуллина Гүзәл Фәхретдин ҡыҙы, Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе. Эш стажы 32 йыл!

Конкурсанттар үҙ ара “Интернет-ресурс”, “Балалар менән тәрбиәүи сара”, “Оҫталыҡ класы”, “Жюри ағзалары менән әңгәмә”, “Педагогик дебат” конкурс һынауҙарында көс һынашасаҡ.

Еңеүсе исеме 28 февраль билдәле буласаҡ.

Педагогтарыбыҙға уңыштар теләп ҡалабыҙ!