“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2024” регион-ара конкурсы старт алды. Бөгөн Өфө мәктәптәрендә конкурстың иң тәүге һәм яуаплы этаптарының береһе – «Дәрес» һынауы башланды.

Конкурс шарттары буйынса уҡытыусылар ят класта, бер нисә көн алдан билдәләнгән тема буйынса дәрес үткәрә һәм уға үҙанализ яһай.

Әлбиттә, дәрес үткәреү – уҡытыусының көндәлек хеҙмәте. Шулай ҙа, абруйлы жюри алдында баҙап ҡалмай, ят класта дәрес биреү һәр кемгә лә еңел түгел. Әммә конкурсанттар һынатмаҫ, методик яҡтан дөрөҫ ҡоролған, тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булған, уҡыусыны ҡыҙыҡһындырған, уйландырған, ҡанатландырған дәрестәр үткәрер тип ышанабыҙ.

“Дәрес” конкурс этабы 1 мартҡа тиклем дауам итәсәк.