«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы — 2024» конкурсының тәүге һөҙөмтәләре билдәле. 5 көн дауамында барған “Дәрес” этабы тамамланды.

4 март конкурстың киләһе этабы — уҡытыусыларҙың предмет һәм методик компетенцияларын асыҡлауға йүнәлтелгән диагностика. Ул М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында үтә.

Уҡытыусыларыбыҙға уңыштар теләп ҡалабыҙ!