“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2024” регион-ара конкурсында ҡатнашыусылар бөгөн “Оҫталыҡ дәресе” этабында көс һынаша.

Жюри ағзалары сығыштың мөһимлеген, методик яҡтан нигеҙләнеүен, үҫтереүсе характерын, һөҙөмтәлелеген һәм тәрбиәүи йүнәлешен баһалай.

Конкурсанттар оҫталыҡ дәресен студенттар алдында күрһәтә.

20 март конкурстың был этабы М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла булһа, 21 март Өфө фән һәм технологиялар университетында үтә.

Буласаҡ уҡытыусылар, тел белгестәре булараҡ студенттарға оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыу бик оҡшаған. Улар фекеренсә, уҡытыусылар интернет платформалар менән оҫта эш итә, төрлө ресурстарҙы уңышлы ҡуллана.